Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
3 Апрель 2019, 21:00
Башҡортостан йылғаларында һыу күтәрелә башланы
Башҡортостан йылғаларында һыу күтәрелә башланы. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн иртән Бочкарев ауылы янындағы Дим йылғаһында һыу кимәле бер тәүлектә 35 сантиметрға — 2 метр 75 сантиметрға тиклем күтәрелгән.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһының кимәле 24 сантиметрға артҡан һәм хәҙер 63 сантиметр тәшкил итә.
Стәрлетамаҡ янындағы Ағиҙел 21 сантиметрға — 1 метр 56 сантиметрға күтәрелгән.
Шакшала Өфө йылғаһының кимәле элеккесә ҡалған — 1 метр 34 сантиметр.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, төбәктә көслө ташҡын көтөлмәй. Һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм түбәнерәк булыр тип фаразлана.
Өфөлә Ағиҙел йылғаһының көтөлгән максималь кимәле — 560-660 сантиметр, Шакшала Өфө йылғаһының — 620-720 сантиметр, Бочкарев янында Димдең — 570-670 сантиметр.
http://www.bashinform.ru/bash/1293173/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"