Новости
1 Апрель 2019, 21:00

Башҡортостанда алты йылда юлдарҙы төҙөкләндереүгә 33,4 миллиард һум тотоноу ҡаралған

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 33,4 миллиард һумға юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. 9,4 миллиард һумы — федераль бюджеттан, 24 миллиарды берләштерелгән республика ҡаҙнаһынан бүленә.

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 33,4 миллиард һумға юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. 9,4 миллиард һумы — федераль бюджеттан, 24 миллиарды берләштерелгән республика ҡаҙнаһынан бүленә.
«Проектты тормошҡа ашырыу барышында федераль финанслау күләмен арттырыу мөмкинлеге лә өйрәнелә», — тип билдәләнеләр республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының эшсе төркөмө ултырышында.
Шулай уҡ быйыл Өфөлә 77 юл объектын төҙөкләндерергә йыйыныуҙары билдәле булды. Атап әйткәндә, улар — Октябрь проспекты, Бөрө тракты, Ленин, Комаров, Калинин, Баҡалы, З.Биишева, Сипайлово урамдары, Өфө — Шакша — М5 Урал, Өфө — Аэропорт, Өфө — Охлебинин, 8-се Март — Алексеевка автомобиль юлдары. 2019 йылда Баландин бульварын төҙөү башлана, унда эштәрҙе 2020 йылға тамамлау күҙаллана.
Бынан тыш, Өфө — Шишмә трассаһында ҡаршылыҡ кәртәһе, ә Трамвай, Рәсәй, Степан Кувыкин урамдарында йәйәүлеләр кәртәһе ҡуйыла. Башҡортостандың баш ҡалаһында милли проект сиктәрендә алты яңы фото-видеотеркәү камералары, ә 11 объектта яҡтыртҡыстар урынлаштырыла.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты программаһы буйынса норматив талаптарға тап килгән Өфө юлдарының өлөшө 2024 йылға 86,5% етергә тейеш. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, бөтәһе 40 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарын һәм 74,4 саҡрым урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы ремонтлау күҙаллана.

Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты


Читайте нас