Новости
30 Март 2019, 21:00

Ҡазаһы – пассажирға...

Үткән тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, һигеҙе төрлө йәрәхәт алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл ҡағиҙәһен боҙоуҙың 2600-ҙән ашыу осрағы асыҡланған, 44 иҫерек водитель тотолған.

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе булған.


Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Chevrolet Niva” (водителе – Ағиҙел ҡалаһынан 69 йәшлек ир) “КамАЗ”ға (Удмуртияныҡы, водитель 53 йәшлек) бәрелгән.


“Һөҙөмтәлә еңел машиналағы 58 йәшлек пассажир ҡатын шул урында һәләк булған. Водителдәр зыян күрмәгән”, – тиелә ЮХХДИ хеҙмәте хәбәрендә.


Үткән тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, һигеҙе төрлө йәрәхәт алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл ҡағиҙәһен боҙоуҙың 2600-ҙән ашыу осрағы асыҡланған, 44 иҫерек водитель тотолған.

Фото: ЮХХДИ сайтынан.


Читайте нас