Юлай Ильясов бөгөн Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ул ошо аҙнанан район башлығының иҡтисад, финанстар һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй ине. Район советы ултырышында муниципалитеттың элекке етәксеһе
Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың отставкаһы ҡабул ителде.