Новости
27 Март 2019, 21:00

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика башлығы хакимиәтенә эшкә күсә

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында уның отставкаһы ҡабул ителде. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хәйҙәр Вәлиевтың башлыҡ хакимиәтенә эшкә күсеүе һәм төп идаралыҡтарҙың береһен етәкләүе тураһында һөйләне.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев бөгөн вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалды. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында уның отставкаһы ҡабул ителде. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хәйҙәр Вәлиевтың башлыҡ хакимиәтенә эшкә күсеүе һәм төп идаралыҡтарҙың береһен етәкләүе тураһында һөйләне.
«Хәйҙәр Арыҫлан улы менән күптән, Башҡортостандың беренсе президенты хакимиәтендә кадрҙар идаралығында эшләгән сағынан уҡ танышбыҙ. Уның ауыл советтары рәйестәренең фамилияһын, ағай-энелек бәйләнештәрен яттан белеүенә иҫем киткәйне. Беҙ уны республика Башлығы Хакимиәтендә күрергә һәм уның ҙур тәжрибәһен үҙебеҙҙең кадрҙар сәйәсәтендә файҙаланырға теләйбеҙ», — тип билдәләне Александр Сидякин. Ул республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указын уҡып ишеттерҙе һәм Хәйҙәр Вәлиевҡа «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы урынбаҫары Марат Ғәҙилов башҡара.
Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова Хәйҙәр Вәлиевтың һайлау процесын үҫтереүгә күп көс һалыуы хаҡында һөйләне. Ул эшләгән һигеҙ йыл эсендә 2 495 һайлау кампанияһы уҙғарылған һәм төрлө кимәлдәге 18 мең депутат һайланған.
Бөгөн Хәйҙәр Вәлиевҡа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының «Һайлауҙы ойоштороуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» маҡтау билдәһе һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының маҡтау грамотаһы тапшырылды. Комиссия аппараты хеҙмәткәрҙәре һәм территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре лә элекке етәкселәренә йылы һүҙҙәр әйтте.

Фото: Олег Яровиков


Читайте нас