Радий Хәбиров һауала зарарлы матдәләр миҡдарының тиҫтәләрсә тапҡырға артыуы тураһындағы имеш-мимештәр менән Сибай халҡын хаталы фекергә төшөрмәүҙе талап итте. Уның әйтеүенсә, ҡалала өс ай инде Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан бер төркөм белгестәр эшләй. Улар үҙ приборҙары менән һауалағы матдәләр миҡдарын үлсәргә әҙер. Белгестәргә ышанмаҫҡа сәбәп юҡ.