Новости
24 Марта 2019, 21:00

Ҡыш бирешмәй

“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, 26 мартта көн аяҙлы-болотло була. Айырым райондарҙа бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын.

“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, 26 мартта көн аяҙлы-болотло була. Айырым райондарҙа бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ иһә 0-дән 5 градусҡа тиклем йылы булыуы күҙаллана.


27 мартта ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 2-7 градус һалҡын, көндөҙ 2-7 градус йылы була.



Фото: Svidok.info


Читайте нас