Башҡортостан етәксеһе республика онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов менән һөйләшеүҙә онкология сирҙәрен иҫкәртеүҙең һәм иртә стадияла асыҡлауҙың мөһимлеген билдәләне. Радий Хәбиров
онкологияны иртә стадияларҙа асыҡлаған поликлиника хеҙмәткәрҙәренә премия биреү тураһында указға ҡул ҡуясағын белдерҙе. Премияның яҡынса күләме – һәр осраҡ өсөн 5 748 һум.