Новости
18 Март 2019, 21:00

Нурсолтан Назарбаев китте

Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ил халҡына республика телеканалдары аша мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ил халҡына республика телеканалдары аша мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.


– Мин президент сифатында вәкәләттәремде туҡтатырға ҡарар иттем. Быйыл ошо юғары урынды биләүемә – 30 йыл. Һеҙ миңә ирекле Ҡаҙағстандың тәүге президенты булыу мөмкинлеген бирҙегеҙ, – тине ул халҡына.


Абруйлы етәксегә быйыл 79 йәш тула.


Назарбаев вәкәләтен һалһа ла, сәйәсәттән ситләшмәй – Ҡаҙағстандың Хәүефһеҙлек советына етәкселек итәсәк.


Дәүләт башлығы вазифаһын Ҡаҙағстан Парламенты етәксеһе Ҡасым–Жомарт Токаев башҡарасаҡ.



Фото: shumkent.city сайтынан.

Читайте нас