Новости
16 Март 2019, 21:00

Ҡырҡ йәшкә лә етмәйенсә...

Йырсы Юлия Началова фани донъя менән хушлашты. Әлбиттә, быға ышаныуы ҡыйын, әммә рәсми сығанаҡтар алдамай. Күптәрҙең үлеме бөгөн яман шешкә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә бәйле – быға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күнегеп тә барабыҙ кеүек.

Йырсы Юлия Началова фани донъя менән хушлашты.


Әлбиттә, быға ышаныуы ҡыйын, әммә рәсми сығанаҡтар алдамай. Күптәрҙең үлеме бөгөн яман шешкә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә бәйле – быға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күнегеп тә барабыҙ кеүек.


Ә йәш йырсының диагнозы – подагра, диабет. Үлемесле сирҙәр инеме һуң? Баҡтиһәң, эйе.


Ауырыуҙың тарихы ла ҡурҡыныс: Юлия аяғы ҡырылыуҙан барлыҡҡа килгән бәләкәй яра менән дауаханаға эләгә, диабет һәм подагра булыу сәбәпле, яра төҙәлмәй, гангренаға әйләнә. Унан – яһалма кома, мейе һәм үпкәнең шешеүе, йөрәк-ҡан тамырҙары сире һәм үлем...


Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын талантлы йырсының...

Фото: cdn.ok-magazine.ru


Читайте нас