Новости
14 Март 2019, 23:00

Башҡортостанда ҡот осҡос юл фажиғәһе ике кешенең ғүмерен өҙгән

Кисә Иглин районында киске сәғәт 5 тирәһендә Һамар-Өфө-Силәбе юлында Өфө яғына китеп барған «Lexus LX 570» һәм ҡаршыға килгән «КамАЗ» бәрелешкән, тип хәбәр итә республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда ҡот осҡос юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған.
Кисә Иглин районында киске сәғәт 5 тирәһендә Һамар-Өфө-Силәбе юлында Өфө яғына китеп барған «Lexus LX 570» һәм ҡаршыға килгән «КамАЗ» бәрелешкән, тип хәбәр итә республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
Бәрелгәндән һуң һуңғыһы юл ситенә сығып осҡан. Еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры, 50-55 йәштәрҙәге ир, урында һәләк булған. Йөк машинаһы водителе йәрәхәтләнгән. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ


Читайте нас