Новости
7 Март 2019, 23:00

Беҙ - ярымфиналда!

“Салауат Юлаев” менән “Металлург”тың кисәге, алтынсы, уйыны хәл иткес әһәмиәткә эйә булды. Айырыуса күрше команда хоккейсылары һәм көйәрмәндәре өсөн: “ҡалабыҙмы, юҡмы?”

“Салауат Юлаев” менән “Металлург”тың кисәге, алтынсы, уйыны хәл иткес әһәмиәткә эйә булды. Айырыуса күрше команда хоккейсылары һәм көйәрмәндәре өсөн: “ҡалабыҙмы, юҡмы?”


Бар көсөн һалып тырышты “Металлург”. Ләкин “Салауат” албырғап ҡала торғандарҙанмы һуң: тағы – овертайм!


Өсөнсө осорҙо 2:2 иҫәбе менән тамамлаған командалар майҙанда йәнтәслим алыша. Һәм бына - гол!!! Беҙ - ярымфиналда!


8 Мартҡа республика ҡатын-ҡыҙҙарына бына ошондай ҙур бүләк яһаны "Салауат Юлаев"!


Шундай мауыҡтырғыс, тулҡынландырғыс, көслө уйын күрһәткәнең өсөн рәхмәт, "Металлург"!





Фото: vk.com/coalition

Читайте нас