Новости
4 Март 2019, 23:00

Забелинға яҙайыҡ!

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин социаль селтәрҙә “Республикала онкология буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү менән ҡәнәғәтһегеҙме?” тигән һорау алыу ойошторҙо.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин социаль селтәрҙә “Республикала онкология буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү менән ҡәнәғәтһегеҙме?” тигән һорау алыу ойошторҙо.


Яуап варианттары икәү: “Эйе, ҡәнәғәтмен” һәм “Юҡ, ҡәнәғәт түгелмен”.


Ведомство етәксеһе был башланғыстың сәбәбен шулай аңлата: уға килгән мөрәжәғәттәрҙең яртыһынан күбеһе онкологик сирҙәр буйынса ярҙам алыу мәсьәләһенә ҡағыла.


“Социаль селтәрҙә беҙҙең онкологтарҙа дауаланыу тарихтарын да яҙһағыҙ ине, – тип белдерҙе Максим Забелин. – Беҙҙең тура аралашыу һөҙөмтәләре буйынса тейешле һығымта яһаласаҡ һәм хәлде яйға һалыу, лайыҡлы табиптарҙы дәртләндереү йәһәтенән кәрәкле саралар күреләсәк”.







Фото: Олег Яровиков.


Читайте нас