Авария-диспетчер хеҙмәттәре өсөн мартта яңы стандарттар үҙ көсөнә инә. Йорт хужаларының заявкаларын үтәү тәртибе үҙгәрә, оперативлыҡ, йылдамлыҡтан тыш, планлаштырған эштәре, тарифтар үҙгәреүе тураһында үҙ ваҡытында хәбәр итергә бурыслылар, бөтә мөрәжәғәттәр ҙә теркәлергә тейеш.
Тағы ла шуныһы: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе белгестәре, бөтә тейешле ҡорамалдарҙан тыш, үҙҙәре менән танытма, бейджик һәм бахил йөрөтөргә тейеш.