Новости
3 Март 2019, 23:00

Республика етәксеһе менән селфи

Өфөләге кисәге футбол матчынан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров стадиондан сығыуға уны мәктәп уҡыусылары һырып алды.

Өфөләге кисәге футбол матчынан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров стадиондан сығыуға уны мәктәп уҡыусылары һырып алды.


– Әйҙәгеҙ, барыбыҙ бергә фотоға төшәйек, – тип тәҡдим иткәйне Радий Фәрит улы, әммә балаларҙың һәммәһе лә үҙ телефонын сығарҙы – бөтөнөһөнә лә селфи кәрәк.


Республика етәксеһе уҡыусылар менән ихлас аралашты. Балаларҙы айырыуса биш көнлөк уҡыуға күсеү ҡыҙыҡһындыра ине.


– Ҡайһы бер мәктәптәр 1 апрелдән үк йыйына, ҡалғандар – киләһе уҡыу йылынан, – тип аңлатты Радий Хәбиров.


– Ниһайәт, – тип ҡыуанысын белдерҙе уҡыусылар.


Фотосессия ун минут самаһына һуҙылды. Республика етәксеһе теләгән һәр кем менән фотоға төштө, унан “Салауат Юлаев” менән “Металлург”тың дүртенсе матчына юлланды.







Фото: Валерий Шахов.




Читайте нас