Улар – Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Ингушетия, Чечен, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары, Ставрополь, Краснодар крайҙары, Мәскәү, Ростов, Свердловск өлкәләре һәм Мәскәү ҡалаһы диндарҙары.
“Менингитҡа ҡаршы дүрт компонентлы вакцина менән иммунизациялау тураһында билдә кәрәк, уның сәфәргә тиклем ун көн эсендә эшләнгән булыуы шарт, – тине ведомство белгестәре. – Шулай уҡ хаж ҡылырға йыйынғандарға миҙгелле грипҡа ҡаршы вакцинация үткәреү кәңәш ителә”.