Новости
1 Марта 2019, 23:00

Башҡортостан вируслы талпан энцефалиты киң таралған төбәктәр иҫәбенә инә

Шуға күрә белгестәр иммунизацияны алдан уҡ башларға кәңәш итә. Бының өсөн республика поликлиникаларын вакциналар менән тәьмин итеү өсөн бюджеттан финанс сығымдар бүленгән.

Шуға күрә белгестәр иммунизацияны алдан уҡ башларға кәңәш итә. Бының өсөн республика поликлиникаларын вакциналар менән тәьмин итеү өсөн бюджеттан финанс сығымдар бүленгән.


Тәбиғәт ҡосағында даими эшләгәндәргә, мәҫәлән, геологтарға, топографтарға, урмансыларға, шулай уҡ инфекция таралған ерҙә йәшәгәндәргә мотлаҡ рәүештә бушлай вакцина яһала.
Вирустан һаҡланырға теләгән башҡа кешеләр иһә прививканы үҙаллы эшләтә. Бының өсөн йәшәгән урындағы поликлиникаларға йәки башҡа медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табиптар әйтеүенсә, прививка яһатҡан кешегә энцефалит сире янамай. Яңы вакцинацияны тәүге курстан һуң бер йыл үткәс ҡабатларға мөмкин. Артабан ревакцинация өс йылға бер тапҡыр үткәрелә.

Илдар Байбулатов.

Читайте нас