Башҡортостанда быйылдан башлап ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум бүленә. Йыл йомғаҡтары буйынса улар араһынан
иң яҡшы 100 уҡытыусыға грант рәүешендә 600-әр мең һум аҡса тапшырыу күҙаллана. «Әлеге сара бушлай ер участкаһы бүлеү менән бергә — был сараны ла әҙерләрбеҙ — республиканың ауыл мәктәптәрендә уҡытыусылар мәсьәләһен хәл итергә тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров 1 февралдә Өфөлә уҙған мәғариф форумында.