Новости
28 Февраль 2019, 23:00

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 7,3 миллион һумға награда комплекттары һатып алалар

Документтарғаярашлы, награда комплекттары икәү. Тәүгеһенә томпактан яһалған 20 грамлыҡ миҙал, үтә күренмәле пластмасса футляр, коннектор инә. Икенсеһендә лә шул уҡ, футляры ғына башҡа.

Республика 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы дүрт предметтан торған награда комплекттары һатып ала. Иҡтисади үҫеш министрлығы дәүләт һатып алыуҙарының рәсми сайтында ғариза урынлаштырҙы. Контракттың максималь суммаһы — 7 миллион 385 мең һум. Ошо маҡсатҡа аҡса республика ҡаҙнаһынан йүнәлтелә.
ярашлы, награда комплекттары икәү. Тәүгеһенә томпактан яһалған 20 грамлыҡ миҙал, үтә күренмәле пластмасса футляр, коннектор инә. Икенсеһендә лә шул уҡ, футляры ғына башҡа.
Бынан алда «Башинформ» республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына шулай уҡ 6 миллион һумға сувенир продукцияһы һатып алыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас