Новости
27 Февраль 2019, 23:00

Башҡортостанда бөгөн өс меңгә яҡын ташландыҡ сүплек иҫәпләнә. Улар йыл аҙағына ҡырҡа кәмер тип көтөлә

Рөхсәт ителмәгән урындарҙағы ҡалдыҡ өйөмдәрен юҡ итеү мәсьәләһе муниципалитеттарға йөкмәтелгән. Бөгөн Өфөлә Яңы йылдан старт алған сүп-сар реформаһының тәүге эш һөҙөмтәләре тикшерелде.

Рөхсәт ителмәгән урындарҙағы ҡалдыҡ өйөмдәрен юҡ итеү мәсьәләһе муниципалитеттарға йөкмәтелгән. Бөгөн Өфөлә Яңы йылдан старт алған сүп-сар реформаһының тәүге эш һөҙөмтәләре тикшерелде. Башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, депутаттар түңәрәк өҫтәлгә йыйылып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Контейнер майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү, тарифтарҙың күләмен һаҡлап ҡалыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Сарала билдәле адвокат, яҙыусы, телевидение алып барыусыһы Павел Астахов та ҡатнашты. Ул үҙ сығышында сүп-сарҙы ташыу, сортировкалауға бәйле халыҡтың менталитетын ыңғай яҡҡа үҙгәртеү кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ сит илдәр тәжрибәһе буйынса киләсәктә граждандарҙы дәртләндереү сараларын ҡулланырға ла тәҡдим итте.
Павел Астахов, адвокат, яҙыусы: “Да, необходимо еще построить мусоросортировочные пункты, мусороперегрузочные станции. Но для этого есть программа. Самое главное есть - четко выраженная воля руководителя. Это молодой, активный, опытный человек. Я знаю Радия Фаритовича Хабирова достаточно давно, по работе в Администрации Президента РФ. Поэтому я думаю, что он очень четко понимает все стоящие перед республикой задачи, потому что это задачи государственного масштаба”.
Реформаға ҡағылышлы түңәрәк өҫтәлдәр даими уҙғарыласаҡ. Билдәле булыуынса, әле Өфөлә сүп-сар эшкәртеү предприятиеларының береһе төбәк операторы менән килешә алмай, өсөнсө ай эшләмәй. Ун йыл элек булдырылған компания баш ҡалалағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының 30 процентын ҡабул иткән булған. Хәҙер эш судта дауам итәсәк. Бындай осраҡтарҙы башҡа булдырмау өсөн реформаға бәйле аңлатыу эштәрен көсәйтергә тәҡдим ителде.
Руфина Шаһапова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары: “Реформаға оҙаҡ әҙерләндек, аҙаҡҡы ун йыл. Бөгөн уның эшләүе менән беребеҙ ҙә ҡәнәғәт түгел. Шул уҡ ваҡытта түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороп, бер беребеҙҙе ишетеп, йомғаҡтар эшләү бик мөһим эш. Был реформаның бер-ике ай һайын һөҙөмтәләре булырға тейеш. Етешһеҙлектәрҙе ваҡытында төҙәтергә тейешбеҙ”.




Гөлназ Хәйбуллина.





Читайте нас