Партия проекттары сайтында “Ҡалдыҡтар менән эш иткән өсөн ике тапҡыр түләү тураһында хәбәр ит” тигән ҡушымта аша анкета тултырырға мөмкин. Унда былтыр коммуналь хеҙмәт өсөн түләү хаҡын, 2019 йылда уның нисек үҙгәреүен күрһәтергә, ошо түләү документтарының фотоларын теркәргә кәрәк.