Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы эпидемияһы кәмей бара, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Һуңғы дүрт аҙнала сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелде, эпидемияның иң юғары нөктәһе йылдың етенсе аҙнаһына — 11 февралдән 17-һенә тура килде. Үткән аҙнала (18-24 февралдә) грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән ауырыуҙың 34,7 мең осрағы теркәлде, шул иҫәптән балаларҙа — 20,1 мең осраҡ — сирлеләрҙең дөйөм һанынан 58%.
Республика халҡы араһында сирләүселәр һаны эпидемик сиктән 46,6% юғарыраҡ, үткән аҙна менән сағыштырғанда 8,2% кәмене. Ауырыуҙың эпидемик сиктән күтәрелеүе өлкәндәр араһында ғына күҙәтелә — 75,7%.
Өфөлә, яҡынса диагноздар буйынса, киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүҙең 12 мең осрағы теркәлде, шул иҫәптән балаларҙа — 5,9 мең осраҡ (49,6%). Өфө халҡы араһында ауырыусылар һаны эпидемик сиктән 55,5% юғарыраҡ. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда сирләү осраҡтары 1% кәмене. Баш ҡалала ла өлкәндәр иҫәбенә сирҙең эпидемик сиктән артыуы күҙәтелә (+82,3%).