Башҡортостанда Туймазы районының Дуҫлыҡ ауылы янында еңел автомобиль поезд менән бәрелешкән. Республика ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы яғына юл тотҡан «ВАЗ-2114» водителе тимер юл аша сыға торған урында светофорҙың тыйыусы сигналына үтеп китмәксе булған.
Һөҙөмтәлә еңел автомобиль Мәскәү – Өфө маршруты буйынса китеп барған пассажир поезы менән бәрелешкән.
«ВАЗ-2114» водителе һәм уның ике пассажиры медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Урында полиция һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй, мәғлүмәт аныҡлана.