Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин хәбәр итте. Ул республикала берҙәм мәғлүмәт һәм диспетчер хеҙмәте системаһын булдырыу тураһында ла әйтте. Был – ашығыс ярҙам бригадаһының ниндәй биләмәгә ҡарауына ҡарамаҫтан, пациентҡа иң яҡыны килеп етһен өсөн эшләнә.