Новости
21 Февраля 2019, 23:00

Учалыла теркәлгән фажиғәлә зыян күреүсе ир дауахананан йортона ҡайта

Учалыла теркәлгән ҡот осҡос фажиғәлә зыян күреүсе Зариф Хилажев хәҙер үҙ аллы хәрәкәт итә ала. Әлеге ваҡытта Зариф үҙ йортонда ике бәләкәй балаһын тәрбиәләү менән шөғөлләнә.

Учалыла теркәлгән ҡот осҡос фажиғәлә зыян күреүсе Зариф Хилажев хәҙер үҙ аллы хәрәкәт итә ала. Әлеге ваҡытта Зариф үҙ йортонда ике бәләкәй балаһын тәрбиәләү менән шөғөлләнә.
Зарифтың һауығыуы тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙә баҫылып сыға. Учалы районы халҡы ирҙең тиҙерәк нығыныуын теләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 13 ғинуарға ҡараған таңда теркәлә. 34 йәшлек Артур Ибраһимов өс кешенең ғүмерен ала. Һуңынан, үҙенә лә ҡул һала. Фажиғәлә Зариф Хилажев та ауыр йәрәхәтләнә.Ул башҡала дауаханаһына урынлаштырыла.Ғинуар айы аҙағында Зариф аңына килә.


    Спутник FM Альфия Хамитова



        Читайте нас