Новости
11 Февраль 2019, 23:00

Автоүҙәкте ут ялманы

Бөгөн Өфөләге Индустриаль шоссела урынлашҡан ҙур автомобиль үҙәгендә янғын сыҡты. Мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ.

Бөгөн Өфөләге Индустриаль шоссела урынлашҡан ҙур автомобиль үҙәгендә янғын сыҡты.


Мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ. Ут 1 600 квадрат метр майҙанды ялмаған. Уны һүндереүгә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 72 хеҙмәткәре һәм 20 берәмек техника йәлеп ителгән. Әле 1 500 квадрат метр майҙанда янғын туҡтатылған.


Автоүҙәк хеҙмәткәрҙәре – 35 кеше – бинанан үҙаллы сығырға өлгөргән. Хәбәр ителеүенсә, янғын сыҡҡан урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов та килгән.







Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.





Читайте нас