Башҡортостанда бизнес үҙен яҡшы тойорға тейеш, уға хөрмәт менән ҡарарға кәрәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәк эшҡыуарҙары менән «Бизнес-клуб» форматында уҙғарылған осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе. Унда инжиниринг, девелопер компаниялары етәкселәре, программа тәьминәтен, пилотһыҙ осоу аппараттарын әҙерләүселәр, медиа-контент етештереүселәр ҡатнашты. Осрашыу башланыр алдынан Радий Хәбиров эшҡыуарҙар
продукцияһы һәм хеҙмәттәре күргәҙмәһе менән танышты.