Новости
4 Февраль 2019, 23:00

Юғары уҡыу йорттарында ниндәй үҙгәреш көтөлә?

Республикала маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡыған студенттарҙың һанын арттырыу планлаштырыла. Был хаҡта кисә “Хеҙмәт даирәһе киләсәге” форумында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин белдерҙе.

“Һәр юғары уҡыу йорто етәкселеге, педагогтары үҙ студенттарының артабан тап ошо йүнәлеш буйынса эшләүен теләй, – тине ул. – Әммә йәш белгесте хеҙмәт урыны менән тәьмин итеүҙә йыш ҡына проблема тыуа. Маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡығандар һанын арттырыу ошо мәсьәләне яйға һалыуға булышлыҡ ҡыласаҡ. Әле бындай мөмкинлеккә республика студенттарының 5 – 15 проценты эйә булһа, беҙ был күрһәткесте 65 – 70 процентҡа еткереүҙе бурыс итеп алдыҡ”.

Спикерҙың һүҙҙәренсә, быйыл бюджеттан мәғарифҡа йүнәлтелгән аҡса күләме былтырғыға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. Бында маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡытыу сығымдары ла күҙ уңында тотолған.

.

Фото: Олег Яровиков.

Читайте нас