Новости
3 Февраль 2019, 23:00

Ҡаршыңа ҡеүәтле автоцистерна сыҡһа...

Кисә кискә табан Салауат районында ҡурҡыныс авария булған: Mercedes-Benz Sprinter микроавтобусы менән автоцистерна төкөшкән. Бәхеткә күрә, һәләк булғандар юҡ.

Кисә кискә табан Салауат районында ҡурҡыныс авария булған: Mercedes-Benz Sprinter микроавтобусы менән автоцистерна төкөшкән.


Бәхеткә күрә, һәләк булғандар юҡ. Микроавтобустың водителе менән 12 пассажиры ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалған. Улар “Ҡарағай” шифаханаһы – Өфө маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Йөк машинаһы рулендә иһә – Силәбе өлкәһе кешеһе. Ҡеүәтле автоцистернаға бер ни ҙә булмаған.


Пассажирҙарға яңы автобус ебәрелгән. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.




Фото: ЮХХДИ сайтынан.




Читайте нас