Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
22 Ғинуар 2019, 23:00
Башҡортостанда фатирҙарға хаҡтар артты
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2018 йылдың IV кварталында Башҡортостанда беренсел торлаҡ баҙарында бер «квадрат»тың уртаса хаҡы 57,9 мең һумға етте. Былтырғыға ҡарағанда, был 6 процентҡа күберәк, тип белдерҙе республика статистиктары.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2018 йылдың IV кварталында Башҡортостанда беренсел торлаҡ баҙарында бер «квадрат»тың уртаса хаҡы 57,9 мең һумға етте. Былтырғыға ҡарағанда, был 6 процентҡа күберәк, тип
белдерҙе
республика статистиктары.
Төбәктә икенсел торлаҡҡа хаҡтар бик артманы — квадрат метр өсөн уртаса 53,3 мең һум. 2017 йылдың IV кварталы менән сағыштырғанда, икенсел баҙарҙа торлаҡ хаҡы 4,6 процентҡа күтәрелде, тип йомғаҡ яһанылар Башстатта.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә
, күсемһеҙ милек баҙары уйынсылары фекеренсә, быйыл беренсел баҙар секторында, атап әйткәндә, Өфөлә хаҡтарҙың 15-20 процентҡа артыуы мөмкин.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, «ошондай һан булыр тигән хәүеф бар», әммә ведомствоның үҙенең фаразы икенсерәк.
«Әле беҙ 10-12 процент тип фаразлайбыҙ», — тип белдерҙе Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов, 22 ғинуарҙа «Башинформ» агентлығындағы түңәрәк өҫтәлдә.
Фото: Depositphotos.com
http://www.bashinform.ru/bash/1264196/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"