Новости
19 Ғинуар 2019, 23:00

Радий ХӘБИРОВ: “Ҡырымға һаулығы буйынса иң ҙур мохтажлыҡ кисергәндәр барасаҡ”

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировсоциаль селтәрҙә бөгөнгө күренештәрҙең береһенә ҡарата фекерен белдерҙе. Сәбәбе шул: Ҡырым шифаханаһы хаҡында һүҙ булғас, сибайҙар социаль селтәрҙәрҙә “Нисек уйлайһығыҙ: кемдәрҙең балалары барасаҡ?” тигән һорау ҡуйып, тауыш биреү ойошторған.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров
социаль селтәрҙә бөгөнгө күренештәрҙең береһенә ҡарата фекерен белдерҙе. Сәбәбе шул: Ҡырым шифаханаһы хаҡында һүҙ булғас, сибайҙар социаль селтәрҙәрҙә “Нисек уйлайһығыҙ: кемдәрҙең балалары барасаҡ?” тигән һорау ҡуйып, тауыш биреү ойошторған.

“Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов Сибайҙан 500 баланы үҙендә ҡабул итергә ҡарар ҡылды. Шәп бит! Ләкин социаль селтәрҙәге төп фон – кире! Ни өсөн тигәндә, йәнәһе, түрәләрҙең һәм башҡа “танышлыҡ”ҡа эйә ата-әсәнең балалары барасаҡ. Ошонан сығып әйтәм: һаулыҡ күрһәткестәре буйынса кемдәр иң ҙур мохтажлыҡ кисерә – шулар юлланасаҡ, аныҡ критерийҙарҙы билдәләгәнбеҙ. Һәм, әйткәндәй, араларында

чиновниктарҙың балалары ла булыуы мөмкин (улар ҙа – бала!), – тип яҙҙы Радий Хәбиров. – Был ваҡиғанан минең өсөн төп һығымта икенселә: кешеләр власҡа ышанмай һәм уға бәйле бар нәмәне кире баһалай. Был – беҙҙең идара итеү командаһы өсөн төп саҡырыуҙарҙың береһе. Башҡортостандың һәм уның халҡының киләсәге чиновниктарҙы үҙ эшен ғәҙел башҡарырға мәжбүр итеү мәсьәләһен ниндәй кимәлдә башҡара алыуыбыҙға бәйле буласаҡ”.




Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.




Читайте нас