Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
24 Декабрь 2018, 23:00
Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан беренсе бала өсөн 300 мең һум түләү туҡтатыла
Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һүҙҙәренсә, аҡса 2019 йылдың 1 июленә тиклем документ тапшырып өлгөргән граждандарҙың льготалы категорияларына ғына бирелә.
Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған тәүге бала өсөн 300 мең һум түләү туҡтатыла.
Республика программаһын
оҙайтырға йыйынмайҙар. Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һүҙҙәренсә, аҡса 2019 йылдың 1 июленә тиклем документ тапшырып өлгөргән граждандарҙың льготалы категорияларына ғына бирелә.
«Программаға эләккән йәки эләгергә тейешлеләрҙе генә тәьмин итеү күҙаллана. Әлбиттә, 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр тыуған балаларға ғына», — тип Ленара Иванованың һүҙҙәрен килтерә
«Комсомольская правда» в Уфе».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренсе бала өсөн 300 мең» республика программаһын Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов башлағайны. Сертификаттар тапшырыу мәсьәләһе өсөн төбәктең Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты яуап бирҙе.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
http://www.bashinform.ru/bash/1255558/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"