Мөлкәт һалымының 27 проценты әле һаман түләнмәгән, тип хәбәр итә һалымсылар. Мәғлүм булыуынса, 3 декабргә ҡарата Башҡортостан халҡының 57 проценты ғына һалымын түләп өлгөргәйне. Был – 2 миллиард 885 миллион һум аҡса. Һуңлаусылар һуңғы ике аҙна эсендә 789 миллион һум бурысын ҡапланы. Шулай итеп бөгөнгө көнгә ҡарата һалым түләүселәрҙең 73 проценты “тыныс йоҡлай”.