Новости
23 Декабрь 2018, 23:00

Радик Юлъяҡшинға берәү ҙә етә алмай

Ҡазанда XIX халыҡ-ара "Татар йыры" эстрада фестивале үтте. Тамашала "Йылдың иң популяр йырсыһы" номинацияһына яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин лайыҡ булды.

Ҡазанда XIX халыҡ-ара "Татар йыры" эстрада фестивале үтте. Тамашала "Йылдың иң популяр йырсыһы" номинацияһына яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин лайыҡ булды. Сәхнәлә эстрада йондоҙо: "Был – беҙҙең уртаҡ бүләк. Татарстан һәм Башҡортостан халҡы, һеҙгә ҙур рәхмәт", – тине.


Радик Айҙар Ғәлимов менән бергә "Моңдар ҡайтһын ауылға" йырын башҡарҙы. "Был йыр мин тыуған йылда яҙылған. Уны күптән башҡарырға хыяллана инем", – тине ул.


Әйткәндәй, йыр байрамына Татарстандың Президенты Рөстәм Миңлеханов та килгән. Билет хаҡы алты-ете мең һум тирәһе торған.





Фото: Йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән





Читайте нас