бөгөн үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә министрҙар, хакимиәт башлыҡтары һәм башҡа етәкселәргә мөрәжәғәт итеп, байрамдар алдынан “бер кемгә лә кәрәге булмаған бүләк бирешеү йолаһын” туҡтатырға саҡырҙы.
“Ҡайһы бер ҡабул итеү бүлмәләрендә яртышар метр бейеклегендәге ҡатырғалар, түбәгә тиклем сәскәләр һәм тау-тау ҡиммәтле бүләкле пакеттар күреү күңелемә ятмай торғайны. Әйҙәгеҙ, иғтибарҙы яңғыҙҙарға, өлкәндәргә, мохтаждарға йүнәлтәйек. Миңә йәки башҡа начальниктарға бүләк итергә теләгән бүләгегеҙҙе уларға бирегеҙ. Был намыҫ буйынса ла дөрөҫ буласаҡ, һәм, әйткәндәй, закон буйынса ла. Ә ҡотлау һүҙҙәрен мессенджерҙар аша ебәрегеҙ, бушҡа ғына өйрәнмәнек бит улар менән файҙаланырға”.