Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ алыуҙа финанслау ике тапҡырға артасаҡ. Киләһе йыл ошо маҡсатҡа ярты миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика етәксеһе
Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.