Новости
17 Декабрь 2018, 21:00

Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә

Радий ХәбировХөкүмәткә медицина ойошмалары биналарын төҙөү, капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау, уларҙы заманса йыһазландырыу буйынса программа әҙерләргә ҡушты.

Хөкүмәткә медицина ойошмалары биналарын төҙөү, капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау, уларҙы заманса йыһазландырыу буйынса программа әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, социаль объекттар төҙөлөшө барышында үҙ бурыстарын үтәмәгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге ҡәтғи рәүештә туҡтатыласаҡ, тине.


– Ҡалаларҙа, яңы микрорайондарҙа поликлиникалар етмәй. Авария хәлендәге, иҫке медицина учреждениелары ла бихисап. Республикалағы дауахана һәм поликлиникаларҙың яртыһы тиерлек ремонт талап итә. Улар араһында ауыл амбулаториялары, 600-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар, – тине Радий Хәбиров.



Республика етәксеһе шулай уҡ дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә иғтибар йүнәлтте. Был маҡсатта йыл аҙағына тиклем аҡса табырға ҡушты.





Фото: “Башинформ” МА



Читайте нас