Новости
13 Декабрь 2018, 21:00

Башҡортостан халҡы өсөн яңы йәшәү минимумы билдәләнде

Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын республикала ҡулланыусылар кәрзине һәм Башҡортостанстаттың аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға, хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнә.

Башҡортостан Хөкүмәте 2018 йылдың өсөнсө кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне.
хөкүмәт ҡарарына ярашлы, йән башына йәшәү минимумы дәүмәле 8940 һум күләмендә билдәләнгән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул – 9504 һум, пенсионерҙарға – 7283 һум, балаларға – 8975 һум.
Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын республикала ҡулланыусылар кәрзине һәм Башҡортостанстаттың аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға, хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнә.

Фото: Олег Яровиков



Читайте нас