Башҡортостандың Мишкә районында фажиғә булған — бер ғаиләлә бала тәне бешеүҙән яҡты донъя менән хушлашҡан. «Башинформ» агентлығына сығанаҡтан билдәле булыуынса, Өфөлә йәшәгән өс йәшлек малай туғандары менән олатаһына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Бала күпмелер ваҡытҡа ҡарауһыҙ ҡалған — уйнаған саҡта ул эҫе һыулы биҙрәгә төшкән. Малай дауаханаға оҙатылған. Табиптар сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшһә лә, ҡотҡара алмаған.