Алдан
хәбәр ителгәнсә, ноябрь башында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул аҫтында эшләүселәренә Баймаҡ районындағы хәлде асыҡларға ҡушҡайны, унда мәктәп уҡытыусыларын көҙгө каникул ваҡытында түләүһеҙ отпускыға ебәргәндәр. Был хәл төбәк башлығының Урал аръяғы райондары буйлап эш сәфәренән һуң булды. Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмә ваҡытында видеобәйләнеш аша Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовҡа мөрәжәғәт итте һәм уны уйламайынса эш итмәҫкә саҡырҙы.