«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, октябрҙә Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме 4 189 һум, йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 43,9% тәшкил итте. Ноябрь башына республикала 17,9 мең самаһы теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән. Йыл башында төбәктә яҡынса 20,7 мең «рәсми» эшһеҙ йәшәгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,964 миллион кеше. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, республикала эшһеҙҙәр һаны 95,5 мең кеше тәшкил итә. Әле Башҡортостанда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме — 12 837 һумдан ашыу. Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы — 32 227 һум.