Новости
14 Ноябрь 2018, 21:00

Республикала яңы тыуған сабыйҙың кәүҙәһе табылған

Шуныһы билдәле: сабыйҙың үлеме криминаль характерҙа түгел — тәнендә көс ҡулланыу эҙҙәре юҡ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, вафат булған сабый тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына күршеһе, икенсе мәғлүмәттәргә ярашлы, баланың атаһы хәбәр иткән.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты 14 ноябрҙә Иглин районындағы йорттарҙың береһендә яңы тыуған баланың кәүҙәһе табылыу осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрә.
«Ваҡиға урыны тикшерелгән, сабыйҙың үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы, шулай уҡ ваҡиға сәбәптәрен билдәләүгә йүнәлтелгән башҡа тәфтиш эштәре тәғәйенләнгән», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Читайте нас