Айырыуса социаль категорияға ҡараған граждандар менән йылы мөнәсәбәт талап ителә. Йәмәғәтселек менән түрәләрсә түгел, ә даҫтарса, кәңәшсе рәүешендә аралышыу мөһим, тине Радий Хәбиров Өфө етәкселеге менән осрашыуҙа. Республика етәксеһе баш ҡала хакимиәте алдында бурыстар ҡуйып мегаполистың таҙа, уңайлы, яҡшы инфраструктуралы, уйланылған транспортлы, хәүефһеҙ булырға тейешлеген билдәләне.
Улар ҡотҡарыусылар ҙа, тынысландырыусылар ҙа, кәңәш менән дә ярҙам итәләр. Баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығының диспетчер үҙәгенә көн дә меңәрләгән кеше шылтырата. Экрандарҙа иһә Өфө ус төбөндәге кеүек. Ҡалала ҡайҙа һәм нимә булғанын ҡотҡарыусылар онлайн режимда күҙәтә.
Рәсим Абдуллин, Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе: “Иртәнсәк халыҡ эшкй бара. Беҙ экран аша юл хәүефһеҙлеген ҡарайбыҙ. Кискеһен дә иҡтибар юлға. Көндөҙ майҙан, парктарҙы күҙәтәбеҙ”.
Шулай ҙа камералар Өфөнө тотошлайына ҡапламай. Ә был заманса хәүефһеҙ мөхит ойоштороу өсөн мотлаҡ күрһәткес. Радий Хәбиров күҙәтеү ҡорамалдарын мөмкин тиклем арттырып хәүефһеҙлекте көсәйтеү бурысы ҡуйҙы.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡала халҡының тыныслығын тәьмин итеү өсөн кәм тигәндә биш мең тирәһе камера талап ителә. Бынан тыш, мәғариф, социаль учреждениелар ҙа тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙә торорға тейеш.
Хәүефһеҙлек мәсьәләһе республика етәксеһенең баш ҡала етәкселеге алдына ҡуйған талаптарҙың береһе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, йәмғиәт үҙенең һаҡлаулы булыуын тойорға тейеш .
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Жителей не так волнуют должностные преступления, как волнует общественные. Чтобы они сами и их дети могли спокойно ходить на улице. Это наша задача”.
Таҙа, уңайлы, яҡшы инфраструктуралы, уйланылған транспортлы, хәүефһеҙ. Радий Хәбиров миллионлы ҡаланың ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеген билдәләне. Ләкин Өфөнө әле барлыҡ талаптарға ла яуап бирә тип әйтеп булмай. Етәкселек алдында был эште еренә еткереү бурысы ҡуйылды. Уларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе етмештән ашыу критерий буйынса баһаланасаҡ. Ләкин иң мөһиме үҙ халҡыңа йылы мөнәсәбәт. Кешеләргә йөҙ менән боролмайынса нимәгәлер өлгәшеү ауыр буласаҡ, тине Радий Хәбиров.