Уҙған йылдың 15 октябрендә ир танышы менән спиртлы эсемлектәр эскән. Ҡатындың ейәндәре лә өйҙә булған. Төндә дүрт айлыҡ сабый уянып илай башлаған, быға ирҙең бик ныҡ асыуы килгән. Балаларҙың өләсәһе йоҡлаған арала ул сабыйҙы тышҡа күтәрмәгә сығарып һалған. Шунан һуң кроссовка кейгән аяғы менән уның башына, аяғына типкән. Бала ваҡиға урынында йән биргән.