Новости
31 Октябрь 2018, 21:00

4 ноябрь байрам көнө булып тора – Хеҙмәт министрлығы

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – байрам көнө булып тора. Быйыл ул йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә йәкшәмбе 4 ноябрҙәге ял дүшәмбе 5 ноябргә күсерелә.

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – байрам көнө булып тора, тип хәбәр итә Хеҙмәт министрлығы.
Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә йәкшәмбе 4 ноябрҙәге ял дүшәмбе 5 ноябргә күсерелә.
Йома, 2 ноябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, сөнки ул байрам алды көнө түгел.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә, 4 ноябрҙәге байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – уның иҫәбенә индерелмәй.
Тәүге тапҡыр Халыҡтар берҙәмлеге көнө 2005 йылда билдәләнде. Байрам Рәсәйҙең Хәрби дан көндәренә ҡарай һәм 1612 йылда халыҡ ополчениеһының поляк илбаҫарҙарын еңеүе хөрмәтенә булдырылған.

Фото: Олег Яровиков


Читайте нас