Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, дәүләт киң мәғлүмәт саралары, нәшриәттәр, киностудиялар, коммуникация технологияларын үҫтереү һәм элемтә предприятиелары дәүләт предприятиеһы – «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте координацияһы аҫтында берләшә. Уның Директорҙар советы рәйесе итеп Ростислав Мырҙағолов тәғәйенләнде.
Указдың ҡушымтаһында билдәләнгәнсә, ҡул ҡуйылған көндән «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте түбәндәге предприятиеларҙың эшмәкәрлеген координациялауҙы бойомға ашыра: «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы), «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто (2014 йылдан 100-ҙән ашыу республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт сараларын берләштерә), «Башҡортостан» дәүләт республика нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһы, «Мәғлүмәт технологиялары» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, «Башҡортостандың спутник телекоммуникациялары» акционерҙар йәмғиәте, «Башҡортостан» киностудияһы. Был предприятиеларҙа 3000-дән ашыу кеше эшләй. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең капиталын арттырыу, ошо Указды бойомға ашырыу буйынса саралар планын әҙерләү һәм уны тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелде. Яңыртылған Директорҙар советы ултырышын асып, уның рәйесе Ростислав Мырҙағолов, республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса берҙәм республика медиаларын координациялау үҙәген ойошторғанда дәүләт унитар предприятиеларының һәм асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең урындарын ғына алмаштырып ҡуймайбыҙ, тип хәбәр итте:
«Беҙ телевидение, яңы медиа, элемтә һәм мәғлүмәт технологиялары тупланған урында республика власть органдарының берҙәм мәғлүмәт сәйәсәтен алып барыу үҙәген булдырабыҙ. Радий Фәрит улы үҙенең бай тәжрибәһе нигеҙендә беҙҙең заманда халыҡтың чиновниктарға һәм халыҡтың йәшәү сифаты өсөн яуап биргән башҡа персонаждарға, хатта автобус водителдәренә тиклем һөҙөмтәле тәьҫир итеү каналы системаһын булдырыуҙың ни тиклем мөһим икәнен белә».
«Башинформ» акционерҙар йәмғиәте етәксеһе фекеренсә, ошо власть менән халыҡтың үҙ-ара эш итеү системаһын төҙөүҙә республиканың барлыҡ дәүләт һәм муниципаль структуралары ҡатнаша. Төп маҡсат – мәғлүмәт менән алмашыуҙан тыш, яуаплы кешеләрҙең йәмғиәттең талаптары буйынса оператив ҡарарҙар ҡабул итеү. Бөгөн республика Башлығы Хакимиәтендә IT-технологиялар ярҙамында граждандарҙың тейешле структуралар буйынса талаптарын автоматлаштырылған бүлеү системаһын индереү буйынса төркөм эшләй. Артабан чиновниктарға хәл итеү өсөн ҡыҫҡа ваҡыт бирелә, формаль яуаптар ҡабул ителмәй. Проблемаларҙы хәл итеү сифаты буйынса дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың рейтингы төҙөлә. Ошо технологиялар Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәкселегендә әҙерләнгән һәм был Рәсәйҙең ҙур төбәктәрендә уңышлы ҡулланыла башланы ла инде.
«Хәҙерге заманда власть йәмғиәттән ситләшә алмай, унда һәр кем мәғлүмәт алмашыу системаһының бер өлөшө булып тора. Радий Хәбировтың ошо мәғлүмәт стратегияһын бойомға ашырыу арҡаһында беҙ һөҙөмтәле система алабыҙ, унда яуаплы кешеләрҙең һәр эше асыҡ була һәм граждандар үҙҙәренең йәшәү кимәлен яҡшыртыуға һөҙөмтәле һәм туранан-тура йоғонто яһай ала».
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы