Икенсе, өсөнсө урындарҙы Бөрө районы Бахтыбай һәм Тәтешле районы Күрҙем ауылдары бүлеште. Был төбәктәргә Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Бынан тыш, беренсе урын яулаған Хәлилдә "Башҡортостандың иң матур ауылы" тип яҙылған стела барлыҡҡа киләсәк.
Айбулат Хәйбуллин, Хәлил ауыл биләмәһе башлығы: “Бик шатбыҙ. Бҙҙең менән бергә бөтә Хәлил ауылы, районыбыҙ шатлана”.
Ринат Шаһивәлиев, Хәлил ауыл советы депутаты: “Ауылыбыҙҙың күп ирҙәре вахта менән эшләй. Мәктәп эшләп килә. Кәмемәйбеҙ”.
Руслан Дәүләтов, Хәлил ауылы старостаһы: “Ауылыбыҙҙағы мәктәп Дәүләтов Рәүеф герой исемен йөрөтә. Ауыл халҡы, ҡырҙағы халыҡ та беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте. Барыһына ла рәхмәтлебеҙ”.