Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
21 Октябрь 2018, 21:00
Радий Хәбиров: «Беҙгә, газ баллонының автобустан төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?»
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәнә пассажирҙар ташыу именлеге тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. Был юлы төбәк етәксеһе «ПАЗ» тибындағы ҡайһы бер маршрут автобустары ҡыйығына ҡуйылған газ баллондарына бәйле хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибар итеүҙе һораны.

«Берәй төрлө эҙмә-эҙлекле сәйәсәт уйлап табығыҙ. Мин газда йөрөү осһоҙ һәм ул яҡшы тормоштан эшләнмәүен аңлайым, ләкин башҡа механизмдар уйлап табығыҙ. Мин хәҙер эстетика хаҡында әйтмәйем, ә хәүефһеҙлек тураһында. Тимәк башҡа транспорт төрҙәре булырға тейеш. Мин әле бер ҡайҙа ла бындайҙы күрмәнем», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Өфө власына һәм республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына яңы механизмдар уйлап табырға һәм улар хаҡында мәғлүмәт еткерергә бер ай бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған ял көндәрендә Радий Хәбиров «Вести в субботу» тапшырыуы алып барыусыһы Сергей Брилев менән бергә Өфө маршруткаһында
йөрөнө
һәм байтаҡ автобустарға газ баллоны ҡуйылғанына иғтибар йүнәлтте.
Фото: Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы видеоһынан стоп-кадр
http://www.bashinform.ru/bash/1227485/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"