Өфөлә йәшәүсе тиҙ лотереяла суперприз — 5 222 196 һум отҡан. Отошло лотерея 9 октябрҙә булған. Лотерея киоскаһында һатып алынған бәхетле билет ҡалала йәшәүсегә 150 һумға төшкән.
1-14 октябрҙә «Рапидо»ла 118 568 ҡатнашыусы еңеүсе булған. Улар 65 055 396 һум отҡан.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә. Уҙған аҙнала Өфөнән тағы ла бер кешегә ошо лотереяла уңыш йылмайған. Ир кеше миллион һумдан ашыу отоп алған. Бәхетле билетын ул мобиль ҡушымтала һатып алған.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы