Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты көслө дауыл тураһында иҫкәртте. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 11 октябрҙә республикала урыны менән елдең секундына 20-25 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.